Силәбе өлкәһендә ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Күп фатирлы йортта иҙән йыуыусы булып эшләгән ҡатын бер фатирҙан килгән ауыр еҫкә иғтибар итеп, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәрен саҡыра.
Был фатирҙы Учалы районынан биш йәшлек ҡыҙы менән 43 йәшлек ҡатын ҡуртымға алып йәшәгән була. Сабыйҙың кәүҙәһе диванда табыла, уның тәнендә сәнселгән эҙҙәр булыуы билдәле.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле ғәйепле кеше табылмаған.
Фото: видеонан скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!