Әлеге конкурс "Кадрҙар" милли проекты (национального проекта «Кадры») сиктәрендә уҙғарыла, тип хәбәр итәләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Сибай ҡалаһының "Рәсәй эше" кадрҙар үҙәге 2-се кимәлдәге иң яҡшы кадрҙар үҙәге булып танылған. "Рәсәй эше" кадрҙар үҙәгенең Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы буйынса бүлеге начальнигы Эльвира Опульскис "Иң яҡшы карьералы консультант" номинацияһында беренселекте ала, ә Республика мәшғүллек үҙәгеннң матбуғат хеҙмәте иң яҡшы функциональ команда була.
- Был бәйге дүртенсе тапҡыр уҙғарыла, ә Башкортостан - йыл һайын призерҙар иҫәбендә. Быйыл иһә уңыш айырыуса юғары - өс беренсе урын! Тимәк, "Демография" милли проекты сиктәрендә индерелгән яңы алымдар эш сифатын күпкә арттырыуға булышлыҡ итә, - тип билдәләне Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Мәҫәлән, мәшғүллек үҙәктәрендә "Минең бизнес" үҙәге хеҙмәттәрен дә алып була. Хәҙер мөрәжәғәт итеүселәр бер юлы ике ойошманың хеҙмәттәрен алыу мөмкинлегенә эйә. Бында шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә, бизнес-план төҙөргә һәм яҡларға, кесе эшҡыуарлыҡ өсөн документтар рәсмиләштерергә мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.