Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2025, 10:30

Эштәр әүҙем бара

Киләһе йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Алға" физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөп бөтөргә планлаштырыла

Эштәр әүҙем бара
Эштәр әүҙем бара

Ҙур төҙөлөш объекты "Рәсәй спорты" дәүләт программаһына (государственная программа "Спорт России")ярашлы төҙөлә, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.

Эштәр быйыл август айында старт алған ине. Әле нигеҙ һалынған, монолит стеналар күтәреү дауам итә. Шулай уҡ киләһе быуынға хат яҙылған капсула һалып ҡалдырылды. Туғыҙ мең квадрат метрлыҡ комплекста заманса бассейн, тренажер залы, теннис корты, көрәш, волейбол, минифутбол менән шөғөлләнеү өсөн махсуслашҡан залдар, шулай уҡ мунса-һауыҡтырыу блогы урын аласаҡ.

"Рәсәй спорты" дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеүгә шарттар булдырыу һәм яҡшыртыуға, спортты популярлаштврыуға, халыҡтың йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Әйткәндәй, был программа быйылдан башлап РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

 

Фото: "Милли проекттар" сайтынан

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас