"Яңылыҡтар " номинацияһында еңеүҙе "Спутник-ФМ - Өфө тулҡыны" радиоһының "Көн йомғаҡтары" программаһы алды. Шулай уҡ был радионың "Ҡабаҡ ҡабул итеү пункты" акцияһы "Радиостанцияны үҫтереү. Эфирҙан тыш проект" номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды.
"Юлдаш" радиоһы иһә Миләүшә Йәғәфәрованың "Яратам тип әйтергә өлгөрөгөҙ" авторлыҡ проекты өсөн "Тура эфирҙағы иң яҡшы мәл" номинацияһында иң ҙур наградаға лайыҡ булды. "Алтын микрофон"дарҙы тапшырыу тантанаһы кисә Мәскәүҙә үтте.
"Радиомания" милли премияһы 2002 йылдан алып тапшырыла. Ул илдең радиоиндустрияһында иң ҙур награда булып тора, шуға уны "радио Оскары" тип тә йөрөтәләр. Быйыл уға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 300-ҙән артыҡ ғариза ҡабул ителгән, еңеүселәр 42 номинацияла билдәләнгән.
- Беҙҙең өсөн был радио өлкәһендәге төп конкурстағы беренсе еңеүебеҙ түгел. Барлығы 17 тапҡыр награда алғанбыҙ! Был абруйлы ла, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла. «Спутник FМ» тәүлек әйләнәһенә тыңлаусыларға Рәсәй һәм көнбайыш хиттарын яңғырата, Өфө һәм республика яңылыҡтары тураһында һөйләй, яҡшы кәйеф бүләк итә һәм бүләктәр тарата. Һәр тыңлаусыбыҙға беҙ рәхмәтлебеҙ, - ти радионың баш мөхәррире Роза Төхвәтов.
"Юлдаш" радиоһы был конкурста 2023 йылда еңеп, "Теге өсәү" иртәнге шоуҙағы "Оҙон көй" уйыны өсөн номинация алған ине. Был уникаль ваҡиға булды, сөнки быға тиклем милли радиоларҙың еңеү яулағаны юҡ ине. Быйыл юлдаштар тағы иң яҡшылары булыуын иҫбат итте.
- "Яратам тип әйтергә өлгөрөгөҙ " - ул яҡын кешеләребеҙгә иҫән саҡтарында уларҙы яратыуыбыҙҙы әйтеүҙең мөһимлеге тураһындағы тарих. Сөнки беҙ балаларыбыҙға, тормош иптәшегеҙгә, ата-әсәләребеҙгә был хаҡта әйтеп бармайбыҙ, рәхмәт һүҙҙәрен йәлләйбеҙ, ә һуңынан ғына хистәребеҙҙе әйтеп еткермәүебеҙ өсөн үкенәбеҙ... Конкурстың жюри ағзалары был проектты юғары баһалауына бик шатмын. "Юлдаш" радиоһы миллионлаған кешенең яратҡан станцияһы булып тора. Абруйлы конкурста икенсе тапҡыр еңеү яулауыбыҙ өсөн бик ғорурланам, - ти радионың баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова.
Ә беҙ яңы еңеүҙәр һәм юғары рейтингтар теләйбеҙ! Алға, Башҡортостан!
Фото - "Башкортостан» ТРК-һы.