Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2025, 22:10

Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростехтың авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков республика һәм дәүләт корпорацияһы араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы уҙғарҙы.

Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек
Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек

- Был беҙҙең ведомство-ара комиссияның 12-се ултырышы. Был мөһим һөҙөмтә. Иң мөһиме, был кәңәшмәләрҙә аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителә, һәм улар эштәрҙә сағылыш таба, - тине Радий Хәбиров. - Уҙып барыусы йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса Ростехтың Башҡортостандағы предприятиеларының сәнәғәт етештереүе индексы һиҙелерлек артты. Быйыл йәй УМПО-ның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләнек, был сара бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы үтте. Юбилейға ҡарата берләшмәлә алюмин иретеү буйынса технологик компетенциялар үҙәге эш башланы. Был 10 миллиард һум күләмендәге инвестициялар тигән һүҙ. ‎

Башҡортостан Башлығы Ростехтың "Газпром" менән хеҙмәттәшлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был ҙур ҡеүәтле АЛ-41СТ-25 двигателен эшләргә булышлыҡ итә.

‎– Республика Ростехҡа ингән компанияларға әүҙем социаль сәйәсәт алып барыуҙары өсөн рәхмәтле. Етәкселәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүе мөһим, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Республика үҙ сиратында предприятиеларҙы юғары квалификациялы белгестәр менән тәьмин итергә әҙер. Уларҙы әҙерләү юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә алып барыла. Был эш артабан да дауам итәсәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек
Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек
Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек
Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас