Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2025, 14:30

Ташлама ғәмәлдә ҡала

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн транспорт һалымы буйынса ташлама бер йылға оҙайтылды.

Ташлама ғәмәлдә ҡала
Ташлама ғәмәлдә ҡала

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн транспорт һалымы буйынса ташлама бер йылға оҙайтылды.

Быйыл льготаға хоҡуҡлылар 2024 йыл өсөн транспорт һалымы түләмәй. Яңы закон уларҙы 2025 йыл өсөн түләүҙән дә азат итә, тине Башҡортостан парламенты Рәйесе Константин Толкачев. Ташлама мотоцикл, еңел һәм йөк автомобилдәре, башҡа үҙ йөрөшлө транспортҡа ҡағыла. Ике һәм унан күберәк транспорт хужаһы льготаны ҡайһы техникаға ҡарата ҡулланыуҙы үҙе һайлай.

Фото: Олег Яровиков. 

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас