Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2025, 08:30

Күркәм һәм заманса

Балаҡатай районының Ләүәле ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Күркәм һәм заманса
Күркәм һәм заманса

  ‎Яңы ФАП барлыҡ заманса талаптар һәм стандарттарға ярашлы башҡарылған, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. ‎Бында фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедура бүлмәләре,  медикаменттар  һаҡлау  урыны бар. Яңы ФАП-та 286 кеше, шул иҫәптән 40 бала хеҙмәтләндереләсәк. Эштәр "Оҙон һәм әүҙем ғүмер" милли проекты  (нацпроект «Продолжительная и активная жизнь») сиктәрендә башҡарылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау  министрлығынан.

‎Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл "Оҙон һәм әүҙем ғүмер" милли проекты сиктәрендә 99 берәмек техника, 4,5 мең берәмек ҡорамал алынды, алты поликлиниканы сафҡа индерелде, туғыҙ объектта капиталь ремонт уҙғарылды. ‎Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас