Ҡырағай бесәй Благовещен районында урынлашҡан "Уфимский сокол" спорт лагеры биләмәһенә үтеп инә һәм 12 йәшлек ҡыҙға ташлана.
Ваҡиға урынына шунда уҡ белгестәр килә, ҡыҙға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Йәнлек иһә үҙен сәйер тота, шуға уның ҡоторған булыуына шик бар. Лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһе әлегә билдәле түгел. Зыян күргән ҡыҙ әлеге медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында. Бәхеткә, яралар тәрән түгел. Балалар лагеры етәкселегенә ҡарата иһә тейешле хәүефһеҙлек шарттары булдырмауҙары өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.
✨Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы