Аҙна башында булған аварияла йәш ҡатындың ғүмере өҙөлдө. 17 февралгә ҡараған төндә Лиана ирен аэропортҡа алып бара һәм ҡайтырға сыға. Буран булғас, М5 "Урал" трассаһының шул өлөшө автобустар һәм йөк машиналары өсөн ябыла. Фажиғә трассаның 1349-сы саҡрымында була.
Яҡынса билдәләнеүенсә, Лиананың машинаһы уйнаҡлап, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм "Вольво" йөк машинаһы менән бәрелешә. Бәрелеү шул тиклем көслө була, ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән бирә... Ни өсөн йөк машинаһы сикләү индерелгән трассанан китеп барған - быныһы һорау тыуҙыра.
"КП-Өфө" асыҡлауынса, Лианаға 23 февраль көндө 25 йәш тулырға тейеш була. Билдәле булыуынса, ул страховкалау компанияһында эшләгән.
"Йома көндө уға бүләк бирергә, яҡшы эшләүе өсөн бүләкләргә тейеш инек, ә хәҙер хәйергә аҡса йыябыҙ... - тип әсенә хеҙмәттәштәренең береһе. - Тыныс йоҡла, хеҙмәттәшебеҙ. Лиананың улының да тыуған көнө февраль аҙағында - уға бер йәш тулырға тейеш". Лиананың атаһы, тормош иптәше һәм яҡындары һаман шок хәлендә. Уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ... Сығанаҡ: «КП-Өфө".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ