Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март , 03:30

Ураҙаны кеше күрһен тигән ниәт менән тотһаң...

Ураҙа айы башланыу менән күптәр нисек итеп сәхәр ашағанын, ифтарҙарҙа ҡатнашҡанын фотоға төшөрөп интернет селтәренә һала башлай. Был, әлбиттә, матур күренеш. Ә бына дин әһелдәре ошо йәһәттән нимә ти? Әлшәй районы имам-хатибы Мансур хәҙрәттең фекерен уҡыйыҡ.

Ураҙаны кеше күрһен тигән ниәт менән тотһаң...
Ураҙаны кеше күрһен тигән ниәт менән тотһаң...

Мосолман кешеһен тыйнаҡлыҡ биҙәй һәм ураҙаны беҙ  Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алыр өсөн ‎тотабыҙ. Ураҙаға кергәс, уны тотоуыңды ‎кеше күрһен, тигән ниәтең бар икән, әлбиттә, был дөрөҫ түгел. Кеше күрһен өсөн ‎ашамайынса, эсмәйенсә ултырыуҙан йыраҡ булайыҡ.

‎Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в.) заманында бер ҡатын күп һөйләшергә ярата. Береһендә был Рәсүлебеҙ янына: “Мин - ураҙала”, - тип килә. Мөхәммәт (с.ғ.в.): “Һин ураҙала түгел”, - ти. Икенсе көндө тағы шул хәл ҡабатлана. Өсөнсө көндө теге ҡатын өйөнән сыҡмай, бер кем менән аралашмай. Пәйғәмбәребез (с.ҡ.в.) шунда: “Бына бөгөн ураҙала инде”, - ти.

‎Ураҙаны тотҡан килеш кемгәлер: «Мин ураҙа тоттом», - тип әйтеп ҡуйҙың икән, бында ниәтеңә ҡарала. Маҡтаныу ниәте бар икән, бында инде Аллаһ Тәғәлә үҙе хисап ҡыла. ‎Аллаһ Тәғәлә: «Ураҙаның сауабын мин үҙем генә беләм һәм шуға күрә Үҙем генә уны бирәм. Был минем ризалығым өсөн», - ти. Шуға күрә тыйнаҡ булайыҡ, ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын! – тип һөйләне Мансур хәҙрәт Сәрйәров. ‎

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас