Вице-премьер – Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев республика фәнни мәктәбенең киң билдәле булыуын һәм төбәктең Рәсәйҙә кластер үҫеше кимәле буйынса беренсе милли рейтингта лидер булып тороуын билдәләне. Бында алдынғы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, заманса етештереүҙәр булдырыла, перспективалы сәнәғәт йүнәлештәрендә компетенциялар формалаша. Был эш стратегик әһәмиәткә эйә һәм төбәктең сәнәғәт үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Денис Мантуров, атап әйткәндә, дрондар, электр двигателдәре һәм улар өсөн генераторҙар етештереү менән шөғөлләнгән производстволарҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие «Пилотһыҙ авиацион системалар» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, был проект сиктәрендә дрондар төҙөүҙең төп йүнәлештәре үҫешә граждандар тәғәйенләнешендәге дрондар төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла ала – биләмәләрҙе мониторинглауҙа, янғын һүндереүҙә, эҙләү-ҡотҡарыу операцияларын үткәреүҙә, нефть-газ инфраструктураһын контролдә тотоуҙа, шулай уҡ ауыл һәм урман хужалығында.
Артабан Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров ОДК-УМПО производстволарында ла булды (Ростехтың Берләшкән двигатель төҙөү корпорацияһына инә) – был төбәктең индустриаль флагманы. Улар бында авиация сәнәғәте өсөн уникаль изделиеләр әҙерләү технологиялары менән танышты. Предприятие «Транспорт мобиллеген сәнәғәт менән тәьмин итеү» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Бында, атап әйткәндә, МС-21 лайнеры өсөн өр-яңы ПД-14 двигателдәренең өстән бер өлөшөн, сериялы һәм перспективалы вертолет двигателдәрен, шулай уҡ газ транспорт тармағы өсөн индустриаль двигателдәрҙе етештерәләр. Денис Мантуров һәм Радий Хабиров ПД-14, ПД-8 һәм АЛ-41СТ-25 двигателдәре өсөн әҙерләү буйынса титан ҡойоу технологик компетенцияһы үҙәгендә булды.
Визит программаһындағыы тағы бер объект – УМПО базаһында төҙөлгән производство-уҡыу үҙәге. 14,5 мең квадрат метр майҙанда производстволар, уҡыу кластары һәм программалау лабораториялары эшләй. Денис Мантуров һәм Радий Хабиров үҙәктең производстволар комплексын ҡараны һәм бында кәрәкле һөнәрҙәр буйынса белем алған йәш белгестәр менән аралашты.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары һәм Башҡортостан Башлығы Өфө трансформатор заводының (ӨТЗ) эшмәкәрлеге менән дә танышты. Предприятие «ЭРСО» холдингына инә – ул Рәсәйҙең электр техникаларына етештереүсе алдынғы компанияһы. Предприятие директоры Дмитрий Пырков заводты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөүҙәрен һөйләне. Сәнәғәт гигантының тәүге бағаналарын 2006 йылдың башында урынлаштырғандар. 2010 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин ӨТЗ-ның тәүге производстволарын асыуҙа ҡатнашҡан. Предприятие 500 кВ тиклем напряжение класындағы трансформаторҙарҙы һәм 250 МВА тиклем көсөргәнештә етештереү менән шөғөлләнә.
Денис Мантуров һәм Радий Хабиров трансформаторҙарҙы етештереү һәм һынауҙың төп технологик участкаларын ҡараны, шулай уҡ предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашып, эш шарттары тураһында ҡыҙыҡһынды. Белгестәр һуңғы бер нисә йыл эсендә Өфө трансформатор заводының әүҙем үҫешеүе тураһында һөйләне.
Денис Мантуров һәм Радий Хабиров шулай уҡ Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары продукцияһының күргәҙмәһен ҡараны. Унда «БУРИНТЕХ» фәнни-производстволы предприятие үҙ стендын тәҡдим итте. Был предприятие нефть һәм газ скважиналарын быраулау һәм ремонтлау өсөн инструменттар етештерә.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!