"Малой" позывнойлы яҡташыбыҙ 2022 йылда мобилизациялана. Тәүҙә разведкала хеҙмәт итә, һуңынан дрондар менән идара итеү нескәлектәренә өйрәнә. Инструкторҙарҙа белем алғандан һуң FPV-аппараттарында эшләй башлай.
Бөгөн «Малой» дошман позицияһын асыҡлай һәм штурмлау отрядтарына ярҙам итә. Уның һүҙҙәренсә, дрондар - ул армияның "ҡолағы һәм күҙе". Был эш бик ҙур яуаплылыҡ талап итә.
"Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары рәтен тулыландырырға теләүселәр пилотлау нигеҙҙәрен өйрәнеүгә яуаплы ҡараһын һәм инструкторҙарҙы тыңлаһын ине", - ти ул.
Пилотһыҙ системалар ғәскәре буйынса һорауҙарығыҙ булһа, 122 номеры буйынса шылтыратығыҙ.