Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март , 22:50

Нисек хыялдарҙы тормошҡа ашырырға?

"Иҫегеҙҙәме, бала саҡта беҙҙең өсөн "мөмкин түгел" тигән төшөнсә юҡ ине. Беҙ космонавт булырға, болоттарҙа һикереп уйнарға, айға менергә хыялландыҡ. Беҙҙең хыялдар саф, ҡыйыу һәм сикһеҙ ине. ‎Ә хәҙер? Хәҙер беҙ маҡсаттар ҡуябыҙ: "ипотеканы ябырға", "машинаны яңыртырға", "отпускыға аҡса йыйырға". Был маҡсаттар бик дөрөҫ, бик кәрәкле. Ләкин уларҙан йөрәк дарҫлап тибәме? Улар иртәнсәк һеҙҙе дәртләнеп уянырға мәжбүр итәме? Йыш ҡына – юҡ. Улар дәрт бирмәй, ә ауыр бурыс булып иңбашҡа баҫа", - ти ‎ психолог Гөлнара Мостафина. ‎Ни өсөн шулай? Уның кәңәштәре - сайтта.

Нисек хыялдарҙы тормошҡа ашырырға?
Нисек хыялдарҙы тормошҡа ашырырға?

‎Ни өсөн шулай? Сөнки беҙ иң мөһим нәмәне – хыялды юғалтҡанбыҙ. Беҙ уны маҡсатҡа алмаштырғанбыҙ, ә улар икеһе ике нәмә. ‎

Маҡсат – ул баш (аҡыл). Ул һалҡын, логик фекер. Ул "НИСЕК?" тигән һорауға яуап бирә. ‎

Хыял – ул йөрәк. Ул ҡайнар, хисле. Ул "НИ ӨСӨН?" тигән һорауға яуап бирә. ‎

‎Шулай итеп, беҙҙең ҡанатлы хыялдар ҡайҙа юғала? ‎ ‎Улар үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡмай. Беҙ уларҙы үҙебеҙ, бала саҡтан аңыбыҙға һеңгән тыйыуҙар арҡаһында, күңел һандығына бикләп ҡуябыҙ. Был һандыҡты беҙҙең эске "һаҡсыларыбыҙ" – атай-әсәйҙәребеҙҙең, йәмғиәттең тауыштары һаҡлай. ‎

‎"Күпте өмөт итмә, өмөтөң өҙөлөр", тип шыбырлай улар, һәм беҙ ҙур нәмәләрҙән ҡурҡа башлайбыҙ.

‎"Кеше көлдөрөп ятма", тиҙәр, һәм беҙ үҙебеҙҙең уникаль теләктәребеҙҙән ояла башлайбыҙ. ‎

"Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ", тигән кәңәште ишетеп, беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ кәртәләр ҡорабыҙ.

‎"Фантазияларыңды ташла, реаль тормош менән йәшә", тигән бойороҡто үтәп, беҙ үҙебеҙҙең эске баланы баҫабыҙ, ә уның менән бергә – тормошҡа ҡыуаныу һәләтен дә. ‎

Һөҙөмтәлә беҙ хыялһыҙ ҡалабыҙ. Ә хыялһыҙ маҡсат – ул ҡанатһыҙ ҡош. Ул оса алмай. ‎ ‎Ни өсөн хыялдан башларға кәрәк?

‎1. Хыял – ул яғыулыҡ. Маҡсат машина булһа, хыял – уның өсөн иң сифатлы яғыулыҡ. Нәҡ "еңел, сәләмәт тәндә рәхәтләнеп йәшәү" тураһындағы ХЫЯЛ һеҙҙе иртәнсәк йүгерергә сығырға мәжбүр итә, ә "көнөнә 3 км" тигән МАҠСАТ түгел. Дәрт бөткәндә, ауыр булғанда, беҙҙе алға этәреүсе көс – ул хыял.

‎2. Хыял – ул эске компас. Ул беҙгә башҡалар таҡҡан маҡсаттарҙан үҙебеҙҙекен айырырға ярҙам итә. Ғүмер буйы "дөрөҫ" тип һаналған баҫҡыстан үрмәләп, иң өҫкә менгәс, "был минең стена түгел икән" тип аңлауҙан ҡотҡара. Хыял һеҙҙең ысын ҡиммәттәрегеҙҙе күрһәтә.

‎3. Хыял түҙемлелек бирә. Маҡсат – ул карталағы маршрут. Әгәр юлда кәртә осраһа, маршрутты үҙгәртергә мөмкин. Ә хыял – ул барып етәһе нөктә. Бер юл ябылһа, хыял һеҙҙе икенсеһен эҙләргә дәртләндерәсәк. ‎

Нимә эшләргә? ‎Барыһын да дөрөҫ тәртиптә эшләргә: ‎ 

Тәүҙә хыялланырға рөхсәт итергә. Үҙегеҙҙең эске балағыҙҙы иреккә сығарығыҙ! "Мөмкин түгел" тигән һүҙҙе онотоп, күңел һандығын асып, иң ҡыйыу, иң ихлас теләктәрегеҙҙе уятығыҙ. ‎Шунан ғына аҡылды эшкә егергә. Ошо ҡайнар, дәртле хыялға аныҡ форма, ваҡыт һәм аҙымдарҙан торған план төҙөргә. ‎Маҡсат хыялға ҡанат ҡуя, ә хыял маҡсатҡа йән өрә. ‎Шуға күрә үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: "Мин хәҙер кемде тыңлайым? Ҡурҡыуҙан һаҡлаусы эске "һаҡсыларымды"мы, әллә ҡанаттарҙа осорға саҡырған эске баламдымы?"

‎Хыялдарығыҙҙы иреккә сығарығыҙ, һәм һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй көслө булыуығыҙға хайран ҡалырһығыҙ.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас