Новости
24 Апреля , 03:30

Беренсе грант конкурсы еңеүселәре асыҡланған

Тәүге 25 ойошма Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған

Беренсе грант конкурсы еңеүселәре асыҡланғанБеренсе грант конкурсы еңеүселәре асыҡланған
Беренсе грант конкурсы еңеүселәре асыҡланған

2 февралдән 3 мартҡа тиклем республиканың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм 2026 йылда социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған хөкүмәт ҡарамағында булмаған ойошмалар өсөн беренсе конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителгән.

Конкурсҡа бөтәһе 330 ғариза бирелгән. Проектты тормошҡа ашырыуға 2,5 миллион һумға тиклем аҡса бүлеүҙе һорау мөмкин булған. Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса, беренсе конкурста республиканың 25 ойошмаһы еңеүселәр иҫәбенә инде.

Еңеүгә өлгәшкән проекттар араһында конкурстың иң популяр йүнәлештәре: “Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү ( 9 проект); “Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, “Һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физкультураны һәм спортты пропагандалау”, “Милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу (3-әр проект).

Еңеүселәр араһында республика муниципалитеттары түбәндәгесә урынлашҡан: Өфө ҡалаһы – 19 проект, Нефтекама һәм Сибай ҡалалары, Краснокама, Ишембай, Шишмә һәм Тәтешле райондары – 1-әр проект.

Быйылғы еңеүселәрҙең проекттарын тормошҡа ашырыу 1 июндән дә алдараҡ башланмай. Конкурс еңеүселәренең тулы исемлеге менән сайтта танышырға мөмкин: https://грантыглавы102.рф.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 майға тиклем быйыл йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү буйынса Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Ғаризалар грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә. Унда шулай уҡ конкурс Положениеһы һәм конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, гранттар биреү шарттары һәм тәртибе тураһында ентекле мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.

2020–2026 йылдарҙа 25 конкурс үткәрелгән, уларға 5,3 меңдән ашыу ғариза бирелгән. 1015 социаль әһәмиәтле проект хупланған. Фондтың төрлө йылдарҙағы конкурстарында республиканың 55 муниципалитеты һәм Рәсәйҙең ете субъекты ойошмалары вәкилдәре еңеүсе булған. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.

Сығанаҡ: грантыглавы102.рф/public/news/...

Беренсе грант конкурсы еңеүселәре асыҡланған
Беренсе грант конкурсы еңеүселәре асыҡланған
Беренсе грант конкурсы еңеүселәре асыҡланған
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас