

"Торатау" конгресс-холында үткән фестивалдең гала-концертында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булды. Сәхнәлә 500-ҙән ашыу йәш үҙешмәкәр артист сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе егет-ҡыҙҙарға ижади уңыштар һәм уҡыуҙарында ҡаҙаныштар теләне, еңеүселәргә фестивалдең дипломдарын тапшырҙы.
– Башҡортостан йәштәренең фанатымын, тип һәр ваҡыт ҡабатлайым. Бөгөн беҙ сәхнәлә күргәндең артында ҙур хеҙмәт - сәғәттәр дауамындағы репетициялар, үҙ өҫтөңдәге эш ята. Был ихлас ихтирам хистәре уята, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республикабыҙҙа йәштәргә үҙҙәрен асырға, күңелдәре ятҡан шөғөл менән булырға мөмкинлектәр булыуы бик мөһим. "Студент яҙы" кеүек фестивалдәр кешенең уны ғүмере буйы оҙатып барасаҡ талантын асырға ярҙам итә. Һәм беҙ уны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Етмәһә, ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Башҡортостанда был фестиваль йыл һайын "Рәсәй студент яҙы" программаһы сиктәрендә уҙа. Төбәк этабындағы еңеүселәр республика данын федераль кимәлдә яҡлаясаҡ.