Новости
6 Мая , 13:15

‎Ҡарағай бөрөһөн файҙаланып ҡалығыҙ

Ул күп сирҙән шифа. Түбәндә ҡулланыу өсөн бер нисә рецепт.

‎Ҡарағай бөрөһөн файҙаланып ҡалығыҙ‎Ҡарағай бөрөһөн файҙаланып ҡалығыҙ
‎Ҡарағай бөрөһөн файҙаланып ҡалығыҙ

Ҡарағай бөрөһө грипп, һалҡын тейеү, йүткереү, бронхит, пневмония, ангина, тонзиллит, фарингит, ларингит, ревматизм, подагра, дерматит, экзема, псориаз ваҡытында ҡулланыла.

‎ ‎– Йүткергәндә, һалкын тейгәндә ҡарағай бөрөһөнән яһалған төнәтмәнең файҙаһы тейәсәк. Уны яһау өсөн, 1 аш ҡалағы бөрөгә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, термоста 1 сәғәт төнәтергә, һуңынан һөҙөп, көнөнә өс тапкыр 1/4 стакан эсәргә кәрәк.

‎ ‎– Ҡан тамырҙарын таҙартыу, атеросклероз, бөйөр ауырыуҙарынан ҡарағай энәһе шифалы. 30 грамм энәне йыуып, 1,5 стакан һыу һалырға һәм, өҫтөн ябып, 15 минут эмалле һауытта ҡайнатырға кәрәк. Һыуынғас, шуны һөҙөп, өс тапҡыр (иртән, төш, кисен) эсәрлек итеп бүлергә кәрәк. Теләгән кеше шәкәр ҡомо йәки бал ҡуша ала.

‎ ‎– Ҡарағай бөрөһө менән яһалған ингаляция тын юлы, йүткереү, тымау, бронхит, пневмония, тамаҡ ауыртҡанда файҙалы. Бының өсөн 100 грамм бөрөгә 2 литр һыу һалып, 5–10 минут ҡайнатырға һәм юрғанға төрөнеп, 15 минут шуның парын һулап ултырырға кәрәк.

‎ ‎– Ҡарағай бөрөһе ваннаһы баш ауыртҡанда, нервыларҙы тынысландырыу өсөн файҙалы.

!Әммә ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға ҡарағай бөрөһө менән дауаланыу тыйыла. ‎ ‎

Автор фотоһы.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас