Новости
6 Мая , 03:00

Уҡыусылар ҙа дрондарҙы өйрәнәсәк

Ишембайҙағы Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында «Киләсәк ҡанаттары» исемле социаль-белем биреү проекты әҙерләнгән. Унда мәктәп уҡыусылары дрондарҙы проектларға һәм пилотлау нигеҙҙәренә өйрәнәсәк.

Уҡыусылар ҙа дрондарҙы өйрәнәсәкУҡыусылар ҙа дрондарҙы өйрәнәсәк
Уҡыусылар ҙа дрондарҙы өйрәнәсәк

‎- Пилотһыҙ аппараттарҙы тыныс тормошта ҡулланыу йүнәлештәре лә бик күп. Ауыл хужалығында - баҫыуҙарҙы күҙәтеү, ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һибеү, ‎геодезия һәм төҙөлөш өлкәһендә рельефтың аныҡ моделдәрен булдырыу, - тигән фекерҙә кадет корпусы етәксеһе Александр Медведев. - Ә уларҙың иң мөһим ролдәренең береһе - тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү. Улар ярҙамында урман янғындары, йылғаларҙағы һыу кимәле, һауаның бысраныу кимәле тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. ‎ Был һанап үткән мөмкинлектәр ысынбарлыҡҡа әйләнһен өсөн квалификациялы кадрҙар - операторҙар, инженерҙар, мәғлүмәт анализлау белгестәре әҙерләү кәрәк.

Кадеттарҙың проекты нәҡ ошо бурысты хәл итеүгә йүнәлтелгән. Проект сиктәрендә 7-11-се класс уҡытыусылары БПЛА яһарға һәм эксплуатацияларға өйрәнәсәк. ‎ Планда - «Геоскан Пионер» һәм «Геоскан Пионер мини» уҡыу квадрокоптерҙарын ҡулланыу, шулай уҡ "мәктәп - вуз" хеҙмәттәшлеген яйға һалыу.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас