Новости
22 Мая , 10:05

Өлгөрөп ҡалығыҙ

‎24 майға тиклем #БЕҘБЕРГӘ2026 премияһына ғаризалар ҡабул ителә

Өлгөрөп ҡалығыҙӨлгөрөп ҡалығыҙ
Өлгөрөп ҡалығыҙ

‎#БЕҘБЕРГӘ премияһы - Рәсәйҙә социаль проекттар өсөн төп награда. Ул МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, яңы төбәктәрҙә йәшәүселәргә, күсеп килеүселәргә, оло йәштәгеләргә, балаларға, хайуандарға ярҙам итеүсе инициативаларға, шулай уҡ мәҙәниәт, экология, мәғариф һәм корпоратив ирекмәнлек өлкәһендәге проекттарға бирелә.

‎Быйыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән инициативалар өсөн "Берҙәмлек көсө" махсус номинацияһы барлыҡҡа килгән. ‎Унда коммерция нигеҙендә булмаған ойошмалар, бизнес вәкилдәре, ирекмәндәр, остаздар, әүҙемселәр, дәүләт органдары ҡатнаша.

Еңеүселәрҙе фекерҙәштәр, ил һәм донъя кимәлендә танылыу, проекттарҙы киң күләмгә сығарыу, киң матбуғат сараларында баҫылыу, президент ҡулынан награда алыу, Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү көтә. ‎Ғаризалар 24 майға тиклем премия.мывместе.рф сайтында ҡабул ителә.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас