

"Ватан һаҡсылары" фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалына ошондай ҡоролмалар ҡуйҙырыуға барлығы йөҙҙән артыҡ ғариза ҡабул ителгән. Бындай тренажерҙар яугирҙәргә физик формаларын тергеҙергә, әүҙем тормош рәүешен алып барырға ярҙам итә. Ветерандарҙың йорттарында гантелдәр менән швед диуары һәм ҡул-аяҡтарға механотерапия өсөн тренажерҙар ҡуйыла.
Фондтың бурысы - егеттәрҙе тулы тормошҡа ҡайтарырға, спорт аша физик ҡына түгел, рухи яҡтан да тергеҙелергә ярҙам итеү. Ғариза биреү өсөн үҙеңдең социаль координаторыңа йәки "Ватан һаҡсылары" фондының Өфөләге филиалдарына (Совет урамы, 13\15, Минһажев урамы, 107) мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фотолар: "Ватан һаҡсылары" фонды сайты.