“Бәйләнештә” төркөмөндә Бөрйән районынан 94 йәшкә аяҡ баҫырға торған Рәүмәнә Муллый ҡыҙы Ишморатованың Владимир Ильич Ленин тураһында шиғыр һөйләгән видеояҙмаһын ҡарап һоҡландыҡ.
“94 йәшен билдәләргә йыйынған ҡәйнәм, Ишморатова Рәүмәнә Муллый ҡыҙы, VI класта ятлаған шиғыры менән Ленин бабайҙың тыуған көнө менән ҡотлай!” – тип яҙған килене.
Ысынлап та оло быуын Ленин идеялары менән үҫте, йәшәне һәм әле лә уға тоғро ҡала.
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80-се яҙын ҡаршылай. Тыл ветераны Рәүмәнә Муллый ҡыҙына оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: скриншот.
Видеояҙма сығанағы: vk.com/burzyandar.