Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
29 Апрель 2025, 21:40

Иртәгә хәрби-патриотик марафон үтә

Сара 10: 00 сәғәттә Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында башлана.

Иртәгә хәрби-патриотик марафон үтә
Иртәгә хәрби-патриотик марафон үтә

Иртәгә, 30 апрелдә, Өфөлә СССР Финанс халыҡ комиссариатының 4-се дивизияһының хәрби дан урындары буйлап хәрби-патриотик марафон үтә (12+).

Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын һәм СССР Финанс халыҡ комиссариатының 4-се халыҡ ополчениеһы дивизияһын ойоштороуҙың 84 йыллығын байрам итеүгә арналған. Дәүләт ведомстволары вәкилдәренән тыш, марафонда юғары уҡыу йорттары студенттары һәм дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнашасаҡ. Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң ҡатнашыусылар флагтар һәм байраҡтар менән йәйәүләп Өфөнөң тимер юл вокзалы янындағы “Фронтҡа киткән яҡташтар” һәйкәленә барасаҡ.

Сара 10: 00 сәғәттә Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында башлана.

Фото: Альберт Заһиров.

Автор: Альбина ЗУБАРЕВА

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас