Был хаттарҙы Зарифа инәйем (әсәйемдең апаһы) ҡәҙерләп һаҡлаған. Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында бер урамда уйнап үҫеп, уҡырға ла бергә барып-ҡайтып йөрөгән Шакирйән менән дуҫлыҡтары үҫеп еткәс мөхәббәткә әйләнә.
Йәштәрҙең киләсәккә булған ҙур хыялдарын емереп көтмәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Шакирйәнгә лә 1943 йылда фронтҡа саҡырыу ҡағыҙы килә. Хушлашыу кисен йәмле Эйек буйында Шакирйәне тальянында уйнап, Зарифаһы матур итеп йырлап, вәғәҙәләр бирешеп хушлашалар. Ике йәш йөрәктең аралашыуы хаттарға күсә.
Шакирйәнде артиллерист итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡаты алыштарҙың береһендә бик ҡаты яралана егет, госпиталдә оҙаҡ ҡына дауалана. Ул 1946 йылдың март айында тыуған яғына ҡайта һәм оҙаҡламай Зарифа менән матур ғаилә ҡоралар.
Был хаттар хәҙер ҡомартҡы булып миңә һаҡлауға күсте. Туғандарымдың ауыр һуғыш йылдарындағы мөхәббәт тарихын ҡат-ҡат ҡарап-уҡып алам.
Сажиҙә Ғилметдинова.
(Фотола Зарифа менән Шакирйән Ҡарабаевтар).