Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Июнь 2025, 17:10

Өфөлә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә телебашняны яҡтыртасаҡтар

Оло байрам көндәрендә телевизион башня төрлө төҫтәрҙә балҡый. 

Өфөлә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә телебашняны яҡтыртасаҡтар
Өфөлә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә телебашняны яҡтыртасаҡтар

22 июндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә, РТРС филиалының телебашняһы архитектура-художестволы яҡтыртыласаҡ.

Өфөләге телебашняның яҡтылыҡ панноһында янған шәм һүрәте фонында «22 июнь — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө» һәм «Бер кем дә онотолмаған, бер нәмә лә онотолмаған» тигән яҙыуҙар барлыҡҡа киләсәк.

Яҡтыртыу урындағы ваҡыт менән 22:40 сәғәттән 24:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк, тип хәбәр итә РТРС-тың матбуғат хеҙмәте.

РТРС фотоһы.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-06-20/v-ufe-podsvetyat-telebashnyu-v-den-pamyati-i-skorbi-4283750

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас