«Рәсәй – Минең тарихым» тарихи паркында "Онотолорға хаҡы юҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына" мультимедиалы күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә экспозицияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин ҡушыуы буйынса Дәүләт тарих музейы әҙерләгән шул уҡ исемле тарихи-документаль күргәҙмә нигеҙендә булдырылған.
Күргәҙмәнең мультимедиалы версияһына 1941 йылдың 22 июнендә нацистик Германия һәм уның союздаштары ғәскәрҙәренең СССР территорияһына баҫып инеүенән алып Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыу символына әйләнгән 1945 йылдың 24 июнендәге Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадына тиклем һанлаштырылған архив документтары һәм музей экспонаттары, шулай уҡ һуғыштың төп этаптарын иллюстрациялаған һирәк артефакттар ингән.
«Рәсәй – минең тарихым» Өфө мультимедиалы тарихи паркының ғилми кураторы, тарих фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Рөстәм Хәзиев һүҙҙәренсә, күргәҙмәне ойоштороу өҫтөндә Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының илленән ашыу федераль, төбәк һәм ведомство архивтары, алдынғы дәүләт музейҙары белгестәре эшләгән.
- Күргәҙмә меңдән ашыу экспонатты, шул иҫәптән 400-ҙән ашыу архив документын үҙ эсенә ала, уларҙың күбеһе тәүге тапҡыр фәнни әйләнешкә индерелгән. Был энергия тупланмаһы илебеҙҙең күп милләтле халҡына ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килеүен күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирәсәк. «Онотолорға хаҡы юҡ» күргәҙмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанам, – тип билдәләне Рөстәм Хәзиев.
Күргәҙмә ун бүлектән тора: "СССР-ға һөжүм", "Бөтәһе лә фронт өсөн! Барыһы ла еңеү өсөн!", "Ленинград блокадаһы", "Партизан хәрәкәте", "Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!", "Ғәҙәти нацизм", "Дошманды СССР территорияһынан ҡыуыу", "Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары", "Европаны азат итеү", "Берлинды штурмлау. Еңеү!".
Бөйөк Ватан һуғышы тарихы менән танышыуҙың үҙенсәлекле дауамы булып «Көт мине, Ағиҙел...» күргәҙмәһе тора, ул логик рәүештә «Онотолорға хаҡы юҡ» экспозицияһын дауам итә һәм тулыландыра.
Күргәҙмә Башҡортостан Республикаһының Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләй. «Алға-Патриот» йәмәғәт патриотик хәрәкәте етәксеһе Ринат Хәбиров күргәҙмәнең әһәмиәтен айырып билдәләне.
Күргәҙмәне Өфөлә Менделеев урамы, 158-се йорт, «Рәсәй - минең тарихым» тарихи паркы адресы буйынса 24 авгусҡа тиклем ҡарарға мөмкин. Инеү ирекле.
Фото: «Рәсәй - минең тарихым» тарихи паркы.