Пензала «Гвардеец» юнармия хәрби-патриотик йыйынын асыу тантанаһы үтә. Башҡортостан Республикаһы исеменән төрлө райондарҙан 20 уҡыусы сығыш яһай. Төбәк йыйылма командаһы һайлап алыу ярыштары йомғаҡтары буйынса формалаша. «Авангард» төбәк үҙәге базаһындағы уҡыу-күнекмә сараларында егеттәр физик, саф, ут әҙерлеге менән шөғөлләнә, автоматты һүтеү-йыйыу күнекмәләренә өйрәнә, пневматик ҡоралдан атыу нигеҙҙәрен үҙләштерә, спорттың уйын төрҙәре буйынса күнекмәләр үтә. Хәҙер уларға округ лагерында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә тура киләсәк.
«Гвардеец» 1 августан 21 авгусҡа тиклем армия генералы А.В. Хрулев исемендәге Пенза артиллерия инженер институты базаһында үтә. Йыйында Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән, шулай уҡ ДХР, ЛХР, Запорожье өлкәһенән һәм тәүге тапҡыр Беларусь Республикаһынан 360 үҫмер ҡатнаша.
"Лагерҙағы көндәрҙә балалар тулыһынса армия тормошона сума, көс, аҡыл һәм сыҙамлыҡ буйынса ярыша. Улар күп нимәгә өйрәнә: команда берҙәмлеген дә, шәхси ҡаҙаныштарын да күрһәтергә тейештәр. Үҫмерҙәр үҙ күҙҙәре менән һалдат көнкүрешен күрәсәк, Рәсәй Армияһының заманса ҡоралланыуы менән танышасаҡ. Йыйында ҡатнашыусылар өсөн Батырлыҡ дәрестәре үткәрелә. Беҙ бөтә ярыштарҙа һәм экскурсияларҙа ҡатнашабыҙ, футболда лидер булып торабыҙ», - ти Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы етәксеһе Ирек Хәсәнбәков.
Гвардиясыларҙы саф, дөйөм физик, уҡсы, парашют әҙерлеге, шулай уҡ Ватан тарихы һәм хәрби эш нигеҙҙәре, хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыуҙың заманса тактикаһы һәм ысулдары, БПЛА-ны өйрәнеү һәм идара итеү буйынса дәрестәр көтә. Йыйын сиктәрендә хәрби-ғәмәли дисциплиналар, шулай уҡ мини-футбол, баскетбол, волейбол, дартс, пейнтбол, шашка буйынса ярыштар үтәсәк.
Еңеүҙең 80 йыллығы йылында тәүге тапҡыр гер спорты буйынса турнир уҙғарыла; юнармиясылар 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының һәр көнө иҫтәлегенә күмәкләп 1418 тапҡыр гер күтәрәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Пенза өлкәһендәге «Гвардеец» хәрби-патриотик йыйыны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров патронаты аҫтында тормошҡа ашырыла. Проекттың мөһим бурыстарының береһе - йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү. Йыйындар үткәрелгән ваҡытта уларҙа биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың күбеһе үҙ тормошон РФ Ҡораллы Көстәре йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләп, ысын Ватанды һаҡлаусылар булып киткән.