Билдәле модель Ирина Шейк (Шәйхелисламова) үҙенең өләсәһе хаҡында Vogue итальян журналына һөйләгән.
Ғәлиә Ғәйнислам ҡыҙы 1924 йылда Сибайҙа тыуған, 19 йәшендә һуғышҡа киткән, разведкала хеҙмәт иткән. Еңеүҙе иһә Австрияла ҡаршылаған. Модель, өләсәһенә хөрмәт күрһәтеп, ҡыҙына Лиә (Лея) тип исем ҡушҡан.
Ирина Силәбе өлкәһенең Еманжелинск ҡалаһында тыуған. Атаһы Валерий - тау инженеры, әсәһе балалар баҡсаһында тәрбиәсе була. Ғәлиә өләсәһе Сибайҙан күсеп килеп, 12 йыл буйы улының ҡыҙҙарын - ике ейәнсәрен үҫтерешә (Иринаның Татьяна исемле апайы ла бар).
Ҡыҙ музыка мәктәбен тамамлай, аҙаҡ апайы артынан Силәбегә иҡтисад колледжына уҡырға бара. Бер мәл иғлан күреп ҡалып, апайы менән имидж мәктәбенә курсҡа баралар. 2004 йылда "Мисс Силәбе" конкурсында еңгәс, Иринаны Парижға саҡыралар.
Билдәле модель, фотомодель булып киткәс тә, ҡыҙ өләсәһен онотмай, йылына бер-ике тапҡыр Сибайға килеп күреп китә торған булған. "Сибайҙа мин ихлас күңелдән ял итәм" тигән ул бер интервьюһында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2013 йылдың ноябрендә Ғәлиә өләсәй ҡаты ауырып китә һәм донъя ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына 89 йәш була.
Эш графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Ирина өләсәһен тәрбиәләшә, ауырығанында янында була. Яҡыны вафат булғас: "Һин һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә шат күңелле, изге күңелле, хәстәрлекле, тормошто яратыусы булып ҡаласаҡһың! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ һәм яратабыҙ! Тик көслө ҡатын-ҡыҙ ғына, һинең кеүек, 19 йәшендә үҙ теләге менән Ватаныбыҙҙы яҡлау өсөн һуғышҡа бара ала! Беҙ һәр ваҡыт һине хәтерләйәсәкбеҙ һәм яратасаҡбыҙ! Һин беҙҙең өсөн өлгө, көслө, ҡыйыу һәм яратҡан кешебеҙ!" - тип яҙа Ирина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
- Мин көслө ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҫтем. Атайым яғынан өләсәйем Икенсе донъя һуғышы геройы һәм мин осратҡан иң изге күңелле, позитив кеше ине. Әсәйем һәр ваҡыт үҙ-үҙенә ышанды һәм йылмайып йәшәне, хатта ауыр ваҡытта, ғаиләһен тәьмин итеү өсөн ике эштә эшләгәндә лә. Былар минең тормошомдоң иң-иң ҡиммәттәрен формалаштырҙы, һәм әле ошоларҙы уҡ ҡыҙыма тапшырырға тырышыуым, — тигән Ирина журналға интервьюһында.
Фото: И. Шейктың шәхси архивынан.