Бөгөн Башҡортостандың ғорурлығы булған данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында Рәсәй Геройының тыуыуына 126 йыл тулыуға арналған митинг уҙғарылды. Унда мәктәп уҡыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, командирҙың туғандары һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Сара Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Йыйылыусылар алдында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Илфат Хәмитов сығыш яһап, геройыбыҙҙың ысын батырлыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө булыуын һәм әлеге көндә лә яугирҙәребеҙҙе батырлыҡтарға рухландырыусы булып ҡалыуын билдәләне.
Шайморатовтың яҙмышы һәм тарихы, Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы ысын легендаға әүерелде. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уның хаҡында хәтерҙе мәңге һаҡлаясаҡбыҙ. Барығыҙҙы ла бөгөнгө көн уңайынан ҡотлайым, тыныс күк йөҙө, сәләмәтлек, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем, тине ул.
Артабан һүҙ Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы комиссариаттары начальнигы Рөстәм Вәлитовҡа бирелде.
- Генерал Миңлеғәли Шайморатов фашизмға ҡаршы көрәшеп, 1943 йылда хәҙерге Луганск, элекке Ворошиловград өлкәһендә һәләк булды. Һәм нимә күрәбеҙ, 80 йыл элек яҡташыбыҙ көрәшкән фашизм яңынан баш ҡалҡытты һәм беҙҙең егеттәребеҙгә Доставалов, Шайморатов исемендәге батальондарҙа дошманға ҡаршы батырҙарса алышырға тура килә. Уҡыусыларҙы тарихты тәрәндән өйрәнергә, иҫтәлекле даталарҙы онотмаҫҡа, батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға саҡырам. Тарих фәне тыуған илде кемдән һаҡларға, ә хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәресе быны нисек эшләргә өйрәтәсәк, - тине Рөстәм Урал улы.
Сараға Миңлеғәли Шайморатовтың бүләсәре Алина Мартьянова ла ғаиләһе менән килгәйне.
- Барығыҙға ла хәйерле көн. Беҙ бөгөн М. Шайморатовтың тыуыуына 126 тулыуын билдәләргә йыйылдыҡ. Ысынлап та, тарихты мәктәптәрҙә өйрәнеүҙән тыш, мәктәп уҡыусыларын һәм кескәй балаларҙы барлыҡ сараларға ла йөрөтөргә тейешбеҙ. Бала саҡта һәр нимә хәтергә уйылып ҡала. Беҙ үҙебеҙҙең кескәй улдарыбыҙҙы патриотик сараларға йөрөтөргә тырышабыҙ, улар әлегә бының ни тиклем әһәмиәтле икәнен аңлап бөтмәһә лә, М. Шайморатов хаҡында беләләр һәм уның менән ғорурланалар, - тине Алина Тәлғәт ҡыҙы.
Шайморатов ауылының уҙамандар советы рәйесе Әфҡәт Ниғмәтуллиндың ялҡынлы телмәре һәм Айнур Абакачевтың “Шайморатов генерал” йырын башҡарыуы ла тантанаға илһөйәрлек һәм байрам рухы өҫтәне.