Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Июнь 2022, 19:00

Нур өләшеп йәшәй Нурия

"Үҙ һөнәренең оҫтаһы" конкурсында - Әбйәлил районынан уңған фельдшер Нурия Усманова.

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан республика фельдшерҙарынан бер төркөм араһында үткәрелгән “Үҙ һөнәренең оҫтаһы” конкурсы бик йәнле бара.

Ниндәй генә заман булмаһын, фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылда йәшәгәндәр өсөн медицина ярҙамы күрһәткән төп ойошмаларҙың береһе булып ҡала. Фельдшерҙың эше еңелдән түгел: сабыйҙарҙы, ауыр сир­леләрҙе өй беренсә ҡарау, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн тикшереүҙәр, медицина процедуралары уҙғарыу –  барыһы ла тырышлыҡ, сабырлыҡ, мәр­хәмәтлелек, оло яуаплылыҡ сифаттарын талап итә.

1985 йылда медицина өлкәһендә эшләй башлаған Нурия Сәлмән ҡыҙы Усманованың хеҙмәт стажы хәҙер – 37 йыл. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, юғары категориялы фельдшер. 1985 йылдан 1987 йылға тиклем – Әбйәлил районының Үтәгән ауылында, биш йыл Асҡарҙағы район үҙәк дауаханаһында хеҙмәт күрһәткән, артабан ошо уҡ райондағы Ишкилденең фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә төшкән, ошо ауыл һәм Һәйетҡол халҡын ҡарай. Тормош девиздары - “Изгелек ҡыл да һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халиҡ (Хоҙай) белер. Үҙеңдән башҡаны фәрештә тип бел”.

Нурия Сәлмән ҡыҙының ире Мансур Марат улы Усманов Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа 61-се янғын һағы часында водитель булып эшләй. Хеҙмәт стажы өс тиҫтә йылдан ашҡан инде. Мансур Марат улы оҫта ҡуллы, бик шәп һандыҡ оҫтаһы тип беләләр уны.

Нурия менән Мансур Усмановтар Фәнилә, Ләйсән исемле ҡыҙҙар үҫтергән. Уларҙың береһе – уҡытыусы, икенсеһе эколог булып эшләп йөрөй.

Фәнилә, уның ире Илнур, балалары Гөлназ һәм Батырхан, шулай уҡ Ләйсән, уның ире Рәмил, уларҙың балалары Әлиә менән Тимур тыуған йортҡа ҡайтҡан ваҡыт – ата-әсә өсөн иң бәхетле мәлдәрҙең береһе.

Яратҡан ғаиләң, һәр һүҙеңде аңлап, ярҙамға ашығып торған ирең, үҙҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстары, уңыштары менән һөйөндөрөп торған балаларың, өләсәй-олатай эргәһенә ҡыуанып ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәрең, яратҡан эшең булһа, тағы ниндәй бәхет кәрәк донъяла?!

Айһылыу НИЗАМОВА.

Фотолар: Нурия Усманованың ғаилә архивынан.

Читайте нас: