Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Ноябрь 2022, 16:00

Әфлисун ярҙам итер

Тәмле лә, шифалы ла, эшләүе еңел дә рецепт

Әфлисун ярҙам итер
Әфлисун ярҙам итер

Әфлисун ярҙамында, белеп ҡулланғанда, ҡан тамырҙарын таҙартып, иммунитетты күтәреп, матдәләр алмашыныуын тиҙләтеп була. Шулай уҡ, түбәндәге рецепттағыса яраштырып ашағанда, ул нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә.

1. Икешәр әфлисун һәм лимонды йыуып, эсендәге емештәрен алып, ит турағыстан үткәрәбеҙ.

2. Массаны быяла һауытҡа һалып, ике ҡалаҡ шыйыҡ бал өҫтәп бутағас, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

3. Унда бер тәүлек торғас, баллы ҡатнашманы һәр ашар алдынан икешәр балғалаҡлап ҡабабыҙ.

Дауаланыу маҡсатында был сараны ай буйына ҡулланырға кәрәк.

Сәләмәт булайыҡ!
Фото:adfarm.ru

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: