Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Ноябрь 2022, 14:00

Ябай, һөҙөмтәле алым

Баштағы ҡауаҡтан тәбиғи рәүештә ҡотолоу сараларын халыҡ элек-электән белгән һәм ғәмәлдә һөҙөмтәле ҡулланған.  

Ябай, һөҙөмтәле алым
Ябай, һөҙөмтәле алым

Сәстәге ҡауаҡ бер ҙә матур күренеш түгел. Хәҙерге заманда, әлбиттә, уны бөтөрөргә һәләтле махсус шампундәр күп. Әммә уларҙың күпселегендә селен сульфиды, ағыулы канцероген һәм формальдегидтар барлығы мәғлүм.

Ҡауаҡтан тәбиғи рәүештә ҡотолоу буйынса төрлө сараларҙы халыҡ электән белгән һәм һөҙөмтәле ҡулланған.

Бына шуларҙың береһе.

Был сараны әҙерләү өсөн ҡырғыстан үткәрелгән ике имбирь тамыры, өс ҡалаҡ кунжут майы, бер аҙ лимон һуты кәрәк.

Тәүҙә имбирҙең һутын һығып алырға - 1-2 ҡалаҡ тирәһе сыға. Шуны кунжут майы һәм лимон һуты менән ҡушып болғатырға.

Әҙер массаны баш тиреһенә һөртөргә лә тышынан йылытып урарға һәм 15-20 минуттан йыуып төшөрөргә.

Бындай япманы аҙнаһына өс тапҡыр ҡулланыу ыңғай һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.

Артығын һыуытҡыста һаҡларға.
Фото:autogear.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: