Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекциялар һәм киҙеү менән сирләү осраҡтары артҡан. Был бигерәк тә Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ғафури һәм Учалы райондарында, Октябрьский, Күмертау ҡалаларында теркәлгән. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына “Роспотребназор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр иткәндәр.
Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса киҫкен респиратор инфекция һәм киҙеү менән сирләү осраҡтары үткән аҙна менән сағыштырғанда 1,6 процентҡа артҡан. Үткән аҙнала гриптың лабораторияла раҫланған 95 осрағы теркәлгән. Өстән алты (+13,7%) һәм етенән ун дүрт йәшкә тиклемге балалар (+22,6%) араһында ла ауырыу осраҡтары артҡан.
Ата-әсәләргә ҡыҙына йәки улына ҡарата иғтибарлы булырға, балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә уларҙы һау осраҡта ғына ебәрергә кәңәш итә белгестәр. Бынан тыш, өлкәндәргә лә ҡышҡы миҙгел сирҙәренән һаҡланыу сараларын күрергә саҡырабыҙ.
Фото: cytovir.ru