Кемгә нисә йәш, шунса ҡалаҡ дөгө ярмаһы алып, йыуабыҙ ҙа банкаға һалып өҫтөнә ҡайнап йылымысланған һыу ҡоябыҙ. Банканы ябып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртән һыуҙы түгеп, өймәләм бер ҡалаҡ дөгөнө тоҙһоҙ һыуҙа 3-4 минут бешерәбеҙ. Уны ас ҡарынға иртәнге 7.30-ға тиклем ашарға кәрәк. Ҡалған дөгөгә тағы йылымыс һыу ҡойоп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ярма бөткәнсә шулай һәр иртән ашайбыҙ.
Был юл менән таҙарыныуҙың сере ябай: дөгөнөң крахмалын йыуғас, ярмала бүлкәттәр барлыҡҡа килә һәм ул ашҡаҙанда түгел, ә эсәктә эшкәртелә, ундағы кәрәкмәгән бысраҡты тышҡа сығара. Ябай итеп әткәндә, ул абсорбент кеүек тәьҫир итә.
Ошо рәүешле бер курс дауаланыуҙан һуң таҙарынып ҡына ҡалмай, йәшәреү ҙә күҙгә бәрелә.
Бер шарты бар: дөгө ашағандан һуң өс сәғәт буйы эсмәҫкә һәм башҡа ризыҡ ашамаҫҡа. Бындай дауаланыуҙан һуң бил ауыртыуы, муйын шығырлауы бөтә.
Фото:hl.csutio.ru