Диспансерлаштырыуҙың мөһим икәнлеген аңлайбыҙ, тик ниңәлер күптәребеҙ уны үтергә ашыҡмай. Ә республикалағы һәр өсөнсө бәлиғ булған кешене диспансерлаштырыу ҡаралған. Ошо әйтелгәндәр теүәл үтәлһә, әллә күпме сир ваҡытында иҫкәртелер, бихисап ғүмер ҡотҡарылыр ине.
Башҡортостан тәжрибәһе яҡшы тип танылған
Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, сирҙе иртә диагностикалау һөҙөмтәһендә әллә күпме күңелһеҙ хәлде кисектерергә мөмкин.
Әйткәндәй, Башҡортостан табиптарының йыуан эсәктәге яман шеште асыҡлау тәжрибәһе яҡшы тип танылған һәм Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу өсөн тәҡдим ителгән. Пилот проекты иһә Өфө ҡалаһындағы 23 һәм республиканың башҡа ҡалаларындағы, райондарындағы 87 медицина ойошмаһында тормошҡа ашырылған.
Яман шеш – хәҙерге заман йәмғиәтен борсоған иң ауыр медицина һәм социаль проблемаларҙың береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ошо сирҙәр донъяла үлем сәбәптәре буйынса икенсе урынды биләй. Халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.
Әйткәндәй, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның төп маҡсаты – өлкә инфраструктураһын яҡшыртып, тармаҡтағы кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөп, медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртыу һәм унан халыҡтың файҙалана алыуын тәьмин итеү. Быларҙың барыһы ла үлем осраҡтарын кәметеүгә һәм 2024 йылға тиклем кеше ғүмере оҙайлығын 78 йәшкә тиклем еткереүгә булышлыҡ итәсәк.
Республика медицина ойошмаларында үткәрелгән колоректаль яман шеш скринингы 40 – 75 йәшлектәрҙә йыуан эсәк яман шеше сирен иртә асыҡлау, иҫкәртеү, диагностикалау кеүек сараларҙы үҙ эсенә ала. 2018 йылдан Башҡортостанда был сирҙе башланғыс стадияларында белеү алымдарын ҡуллана башланылар. Башта асыҡлау өсөн яңы заман иммунохимик ысул файҙаланылды, ә 2020 йылда юғары етештереүсәнле анализаторҙар һатып алынды, тип хәбәр итте табиптар. Улар тәрәттәге (кал) йәшерен ҡандағы ике маркерҙы – гемоглобин менән трансферринды асыҡлай икән.
Башҡортостанда үҙәкләштерелгән лабораториялар заманса ҡорамалдар ярҙамында эшләй. Улар республикалағы төрлө төбәктәрҙән килтерелә. Автоматик анализаторҙар сирҙе беренсе стадияла уҡ асыҡларға булышлыҡ итә. Был ваҡытта уны дауалау күпкә һөҙөмтәлерәк. “2018 йылдан Башҡортостанда 400 меңдән ашыу ошондай тест эшләнек. Беҙҙең программа иң яҡшы тәжрибә тип танылды һәм Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә таратыуға тәҡдим ителде”, – тине республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник лаборатор диагностика буйынса штаттан тыш баш белгесе Фәнил Билалов.
Был хаҡта онотмағыҙ!
Табиптарҙың әйтеүенсә, колоректаль яман шеш менән сирләү осрағын асыҡлау өсөн скрининг үтергә кәрәк. Был бигерәк тә 40 йәшен тултырғандарға ҡағыла, сөнки тап ошо йәштән яман сир хәүефе арта икән.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник лаборатор диагностика буйынса штаттан тыш баш белгесе Фәнил Билалов был анализды ваҡытында тапшырыуҙың яман сирҙе иҫкәртеүҙә, асыҡлауҙа һәм кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҙур роль уйнауы хаҡында һөйләне. Анализдарҙы тикшереүгә Японияла етештерелгән юғары технологиялы ҡоролма – анализатор – булышлыҡ итә. Мәҫәлән, ул Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһында бар.
Башҡортостандың штаттан тыш баш онкологы Рөстәм Әйүповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөнән йыраҡ йәшәгәндәргә мотлаҡ баш ҡалаға килеп анализ тапшырырға кәрәкмәй. Бының өсөн республикабыҙҙа 18 эндоскопик бүлексә булдырылған. Табиптың әйтеүенсә, быйыл ғинуарҙан октябргә тиклем Башҡортостанда алты меңдән ашыу кеше тәрәттәге йәшерен ҡанға ыңғай тест алған һәм скринингтың икенсе этабын үткән. 350 кешелә яман шеш барлығы асыҡланған, сирҙең 60 проценты беренсе һәм икенсе стадияла булған. Был осраҡтарҙа ауырыуҙарҙы дауалауы еңелерәк. Эндоскопия ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәре өс мең тирәһе пациентта полип тапҡан һәм киҫеп алған. Тимәк, онкология осраҡтарын кисектергән. Юғиһә улар 90 осраҡта колоректаль яман шеш сәбәбенә әүерелә икән. Өҫтәүенә, күп кенә осраҡта полиптарҙы колоноскопия ваҡытында алалар һәм процедуранан һуң пациент өйөнә ҡайтарыла.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан медицина ойошмаларына заманса медицина ҡорамалдары даими килтерелә. Республика онкология диспансерының баш табибы Адель Измайловтың әйтеүенсә, полипты, мәҫәлән, ваҡытында алдырыу яҡшы, юғиһә уның яман сиргә әйләнеүе ихтимал. Шуға Адель Альбертович медицина тикшереүенән ҡурҡмаҫҡа, ваҡытында диспансерлаштырыу үтергә саҡырҙы. Был иһә һаулыҡты һаҡларға, тимәк, ғүмерҙе ҡотҡарырға булышлыҡ итәсәк. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.
Йыуан эсәктәге яман шеш үҫеше сәбәптәре:
* Был сир күберәк 50 йәштән өлкәндәрҙә теркәлә.
* Ғаилә ағзаларынан кемдер ошо сир менән ауырыһа, тикшерелеү зарур.
* Нәҫелдән килгән һирәк осрай торған ауырыуҙарҙың барлығы (Линч синдромы, ғаилә аденоматоз полипозы һәм башҡалар).
* Эсәктәрҙең ялһыныу сирҙәре.
* Йыуан эсәктә хроник сирҙең табылыуы һөҙөмтәһендә яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефе арта.
* Аденоматоз полиптар.
* Аҙ хәрәкәт итеү һәм һимереү.
* Ҡыҙыл итте күп ашау.
* Тәмәке тартыу.
Сир билдәләре:
* Колоректаль яман шеш менән сирләгәндәрҙең 85 процентында эс ауыртыу күҙәтелгән.
* Аппетиттың юҡлығы, ҡоҫҡо килеү, эс китеү, метеоризм.
* Тиҙ арыу, хәл бөтөү, ябығыу һәм башҡалар.
Иҫкәртеү саралары:
* Скрининг үтеү.
* Даими тикшеренеү һөҙөмтәһендә полиптарҙы алдан белергә һәм улар яман шешкә әйләнгәнгә тиклем алырға мөмкин. Бынан тыш, яман шеште башланғыс стадияһында асыҡларға була. Был осраҡта уны дауалауы күпкә еңелерәк.
* Сәләмәт тормош алып барығыҙ, дөрөҫ туҡланыуға иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, йәшелсә-емеш өҫтәлегеҙҙән өҙөлмәһен.
* Артыҡ тән ауырлығының колоректаль яман шешкә килтереү ихтималлығын хәтерҙән сығарырға ярамай.
* Хәрәкәттә – бәрәкәт. Физик әүҙемлек хаҡында онотмайыҡ.
* Спиртлы эсемлектәрҙең һаулыҡҡа кире йоғонто яһауы бер кемгә лә сер түгел. Яман шеште өйрәнеү буйынса халыҡ-ара агентлыҡ алкоголь яман шешкә килтереүсе эсемлек икәнлеген иҫбатлаған. Этил спиртын ҡулланыу йыуан эсәктәге яман шештең барлыҡҡа килеү хәүефен 45 процентҡа арттыра.
* Тәмәке тартыу колоректаль ғына түгел, яман шештең башҡа төрҙәрен дә барлыҡҡа килтереүгә, сәләмәтлектең ҡаҡшауына булышлыҡ итә.
Айһылыу НИЗАМОВА