Кефир һәм ҡарабойҙай - был ике аҙыҡты дөрөҫ яраштырып ҡулланғанда, туҡлыҡлы булыуы менән бер рәттән, бик шәп таҙарыныу сараһы ла: эсәк буйҙарын, ҡан тамырҙарын таҙарта, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын көйләй, ҡандағы шәкәр күләмен кәметә. Өҫтәүенә артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн дә һөҙөмтәле һанала.
Уны кис ятыр алдынан әҙерләргә кәрәк. Тәүҙә ҡәһүә онтағыста ҡарабойҙайҙы онға әйләндерәбеҙ. Уны бер стакан кефирға бутап, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртән ашарҙан ярты сәғәт алдан эсәбеҙ.
Ҡарабойҙай ярмаһын бөтөн көйө лә кефир менән буташтырырға мөмкин. Алты ҡалаҡ ярмаға 200 мл кефир ҡойоп һигеҙ сәғәт һыуытҡыста тоторға. Бүлмә температураһында торһа, ярма тәмһеҙәйә. Кефирҙа бүрттерелгән ҡарабойҙайҙы әҙләп иртәнге аштан ярты сәғәт алдан ҡулланырға була. Бик тәмле түгел, әммә файҙаһы бик ҙур.
Фото: adfarm.ru