“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап үткәрелгән конкурста әүҙем ҡатнашҡан Айгөл Салауат ҡыҙы Сабитова – Асҡар үҙәк район дауаханаһында балаларға прививкалар яһаусы шәфҡәт туташы. Уның дөйөм хеҙмәт стажы – 26 йыл. Айгөл Салауат ҡыҙы Сибай медицина колледжын “Дауалау эше” белгеслеге буйынса тамамлаған. Тынғыһыҙ хеҙмәте менән бер рәттән, йәмғиәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша шәфҡәт туташы. Ул – 2014 йылдан Асҡар үҙәк район дауаханаһының беренсе профсоюз ойошмаһы секретары. Бынан тыш, Айгөл Салауат ҡыҙы – Шәфҡәт туташтары советы ағзаһы. Уның фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының Башҡортостандағы комитетының маҡтау грамотаһы, Федераль медик-биологик агентлыҡтың рәхмәт хаты менән билдәләнгән. Тағы Айгөл Салауат ҡыҙы - Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Буш ваҡытында бәйләргә, баҡса эше менән булышырға ярата. Ире менән ата-әсәһенә даими ярҙам итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәйнә менән ҡайныһы яҡты донъяла юҡ инде. “Ярҙамға мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙам. Иремде хөрмәт итәм, улдарымды яратам, күршеләрем менән дуҫмын”, - ти уңған шәфҡәт туташы.
Ире Самат Камил улы менән Тимур, Вадим исемле улдар тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары бокс менән шөғөлләнгән, бәләкәйе йөҙөү менән мауыға, 1-се үҫмерҙәр разряды бар. Балалы ла, ата-әсәһе кеүек, егәрле, тырыш.
Уңған шәфҡәт туташы Айгөл Сабитова өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙарыбыҙҙы йәлләмәйек.
Фотолар: Айгөл Сабитованың шәхси архивынан.