14 июлдә “Сәләмәтлек поезы” Нефтекамала эшләй. Энергетик ауылында табиптарға күренергә 100 йәшлек Фәрхәнә Гәрәй ҡыҙы килгән. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. “Ҡатындың белдереүенсә, дөрөҫ туҡланыу, саф һауа һәм йыл һайын иҫкәртеү медицина тикшереүе үтеүе булышлыҡ итә. Бына кемде миҫал итеп ҡуйырға була”, - тип яҙған һаулыҡ һаҡлау министры.
Әйткәндәй, көн һайын “Сәләмәтлек поездары” 800-ҙән ашыу кешене ҡабул итә һәм 100-ҙән ашыу медицина тикшереүе үткәрә. Министрҙың хәбәр итеүенсә, табиптар планын арттырып үтәй.
Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы бара. Йыл һайын үткәрелгән сараны Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә ойоштора. Маршруттар төпкөл райондар халҡы ла медицина ярҙамын, шул иҫәптән тар белгестәрҙән, алһын өсөн уңайлы итеп ойошторолған.
Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.