Лимондың ҡабығы ныҡ файҙалы. Туңдырғас, ул йомшара, ҡулланыуға уңайлы, яҡшы эшкәртелә.
Ҡабығында холестерин кимәлен тотороҡландырыусы, иммунитетты нығытыусы файҙалы матдәләр бар. Шулай уҡ микробтарға, бәшмәктәргә, бактерияларға ҡаршы тороусы матдәләр тупланған.
Лимонды даими ҡулланғанда организмда ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.
Инсульт хәүефе кәмей
Ракты иҫкәртә
Иммунитетты нығыта
Елһенеүҙәрҙе иҫкәртә һәм дауалай
Бактерияларға ҡаршы көрәшә
Астма симптомдарын еңеләйтә
Депрессия һәм хәүеф тойғоһон баҫа
Бауыр һәм бөйөрҙө таҙарта.
Нисек туңдырабыҙ?
Лимонды ағып торған һыуҙа яҡшы итеп йыуғас, алма һеркәһе һалынған һыуҙа бер минут тотабыҙ. 12 сәғәт туңдырғыста тотҡас, ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ҡырылған лимонды махсус һауыттарға бүлеп туңдырып һаҡлайбыҙ. Боҙло кубиктарҙы ҡасан кәрәк шунда алып ҡулланырға уңайлы.
Һәр сараны ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Л. Үтәғолова фотоһы.