Башҡортостанда 2024 йылдың иң яҡшы табиптарын асыҡланылар. “Йылдың иң яҡшы табибы- 2024” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре бына улар: хирург Илдар Сәлимгәрәев, отоларинголог Артур Мөғәллимов, педиатр Альбина Мананова, акушер-гинеколог Динар Ғабдрахманов, травматолог-ортопед Илнур Гарапов, эндокринолог Людмила Михайлова һәм терапевт Хәниф Мәхмүтов. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Сәләм” программаһында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева хәбәр итте.
Иң яҡшы белгестәр исеменә республиканың 89 медицина ойошмаһынан 247 табип дәғүә итте. Конкурс шарттары буйынса ярышта ҡатнашыусы белгес медицина тармағында кәм тигәндә ун йыл хеҙмәт стажына эйә булырға һәм уны конкурсҡа тәҡдим иткән ойошмала биш йыл эшләргә тейеш. Хеҙмәт коллективтары белгестәрҙе 29 номинацияла тәҡдим итте.
Финалистарҙы өсөнсө – ярыштың федераль этабы – көтә. Ул Рәсәй Федерацияһы кимәлендә барасаҡ.
Ксения Калинина фотоһы.