Иртәгә, 5 сентябрҙә, «Башинформ» агентлығында респиратор инфекциялар буйынса эпидемиологик миҙгел башланыуға һәм грипҡа ҡаршы вакцинация башланыуға арналған матбуғат конференцияһы үтә. Унда Башҡортостан буйынса баш дәүләт санитар табибы Анна Казак һәм һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина ҡатнашасаҡ.
Журналистарға уҡыу йылының ниндәй шарттарҙа үтәсәге, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында карантин, киң сикләүҙәр, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенең эпидемия миҙгеленә әҙерлеге, шулай уҡ быйыл ниндәй вакциналар буласағы һәм вакцинацияны ниндәй осорҙа үтергә мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләйәсәктәр.
Сәғәт 11-ҙә башлана.
Аккредитация өсөн телефон: 79272328188.
https://www.bashinform.ru/news/press-conf/2024-09-04/v-bashinforme-5-sentyabrya-sostoitsya-press-konferentsiya-s-annoy-kazak-3911812