Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Сентябрь , 18:00

Бесән онтағы (әүрәү) менән дауалан

Был ысул аяҡ йәрәхәтләнгәндә, шешкәндә, подагра ваҡытында, кимерсәк төйөнө, тырнаҡ аҫтында эренле шеш булғанда, тығыҙ аяҡ кейеменән зыян күргәндә бик файҙалы.

Бесән онтағы (әүрәү) менән дауалан
Бесән онтағы (әүрәү) менән дауалан

Борон немец Себастьян Кнейпп тигән рухани булған. Ул йәш саҡта туберкулёз менән сирләп китә, был уны һыу менән дауалауға этәрә, һуңынан белгәнен башҡа сирлеләрҙе дауалауҙа ла файҙалана башлай. Ул һаламдан, бесәндән яһалған аяҡ ванналарын төрлө ауырыуҙарҙы, айырыуса быуын ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыу тураһында "Минең һыу менән дауаланыуым" тигән китап яҙған.

"Бесән онтағынан (һабаҡ, япраҡ, орлоҡ вағы, ҡалдығы, әүрәү - бесән ятҡан ерҙә ҡалған ваҡ үлән) ванна бик файҙалы. 3-5 ус бесән онтағына ҡайнар һыу ҡойоп, һауыт-һабаны ябалар, артабан 25-26 градус температураға тиклем һыуыталар. Уны ошо килеш йәки һыуын һарҡытып алып та ҡулланырға була. Был ысул аяҡ йәрәхәтләнгәндә, шешкәндә, подагра ваҡытында, кимерсәк төйөнө, тырнаҡ аҫтында эренле шеш булғанда, тығыҙ аяҡ кейеменән зыян күргәндә бик файҙалы.

Бесән онтағын ярты сәғәт самаһы ҡайнатырға һәм 25-26 градусҡаса һыуытып, 20-30 минут тирәһе аяҡты тығып тоторға кәрәк. Тәжрибәгә таянып, шуны әйтә алам: был ванналарҙың аяҡты йомшартыуҙа үҙенә тиңе юҡ. Улар быуын ревматизмы, подагра, һөйәл, һыулы шештәр булғанда, тырнаҡ ҡушылып үҫкәндә бик яҡшы ярҙам итә (һалам һыуын өс тапҡыр алмаштырырға)", - тип яҙған Кнейпп китапта.

Шуныһы: 25-26 градустағы бесән онтағы йә һалам һыуында аяҡты тотҡандан һуң һыуыҡ һыулы ванна ҡабул итергә кәрәк. 

ИҒТИБАР! БЫЛ ЯҘМА АУЫРЫУҘАРҘЫ ДАУАЛАУҒА ҠУЛЛАНМА ТҮГЕЛ, Ә ТАНЫШТЫРЫУ МАҠСАТЫНАН ҒЫНА БИРЕЛДЕ. ДАУАЛАНЫУ АЛЫМДАРЫ ТУРАҺЫНДА ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ КӘРӘК. 

Фото: Марат Бәхтийәров.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: