-2 °С
Болотло
Беренсе, икенсе блюдола, десерттарҙы иҫәпкә алмағанда, ризыҡты һуғанһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Һуған булған һәр ризыҡ үҙенсәлекле тәм менән айырылып тора. Борондан ул бөтә ауырыуҙарға ҡаршы төп аҙыҡ һәм дарыу булған. Составы буйынса ул организм өсөн файҙалы һәм кеше һаулығы өсөн алмаштырғыһыҙ матдәләрҙән тора.
Уның составындағы көкөрт мейе эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһауын, хәтерҙе яҡшыртыуын асыҡлағандар. Өлкәндәргә атеросклерозға ҡаршы ашарға ҡушалар.