Беҙҙең бармаҡтар тәғәйен тән ағзабыҙға бәйле. Шуны белһәң, бармаҡҡа массаж эшләп, ауыртыныуҙан ҡотолорға була икән. Ҡайһы бармаҡ ниндәй ағза өсөн яуап бирә һуң, ҡарайыҡ:
Баш бармаҡ. Ундағы нөктәләр йөрәк һәм үпкәгә тәьҫир итә. Йөрәк тибеше көсәйгәндә, баш бармаҡты ыуығыҙ.
Һуҡ бармаҡ. Ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә. Эс ауыртһа, ризыҡ эшкәртелеүгә бәйле проблема тыуһа, шул бармаҡҡа массаж яһағыҙ.
Урта бармаҡ. Ҡан әйләнешенә бәйле. Күңел болғанһа, баш әйләнһә, йоҡлап китә алмаһағыҙ, уны ыуғылағыҙ.
Сығанаҡ бармаҡ. Ул кәйефкә тәьҫир итә. Күңел төшөнкөлөгө булғанда, депрессия, ҡурҡыу хисе тыуғанда ошо бармаҡты ыуырға кәрәк.
Сәтәкәй бармаҡ. Бөйөр эшмәкәрлегенә бәйле. Бөйөр ауыртҡанда сәтәкәй бармаҡҡа массаж яһағыҙ. Баш ауыртҡанда ла ошо бармаҡ аша тәьҫир итергә була.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-121961140_28072
Автор фотоһы.