Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Октябрь , 15:15

Беларусь иленең медицина вуздары менән хеҙмәттәшлек нығына

Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары Беларусь Республикаһында халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашты.

Беларусь иленең медицина вуздары менән хеҙмәттәшлек нығына
Беларусь иленең медицина вуздары менән хеҙмәттәшлек нығына

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты - Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары Беларусь Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Беларусь Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты, профессор Петр Лобконың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған «Заманса морфология ҡаҙаныштары» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашты.

Белорус дәүләт медицина университеты майҙансығында Белоруссиянан, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән, Ҡырғыҙстандан һәм Малайзиянан анатомдар, гистологтар, топографоанатомдар, патологоанатомдар, табиптар һәм студенттар йыйылды.

Сараның эшлекле һәм фәнни программаһынан тыш, Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары Белоруссияның мәҙәниәте һәм туристик потенциалы менән танышты, Минскиҙағы «Дан ҡурғаны» мемориаль комплексына сәскә һалды.

БДМУ делегацияһы Белорус медицина университетында республикабыҙҙағы университет лабораторияларының ғилми ҡеүәһе, университет клиникаһы һәм вуз-ара студенттар кампусы мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Ике дуҫ илдең фәнде үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүҙәр төҙөү тураһында һөйләшелде.

Тиҙҙән Башҡорт дәүләт медицина университеты халыҡ-ара конференциялар үткәреү өсөн халыҡ-ара майҙансыҡҡа әүереләсәк. Ноябрҙә БДМУ-ла «Медицина фәндәре айлығы»үтәсәк.

"Евразия" ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты ҡушыуы буйынса Һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлдө.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25169/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: