Белорет районынан 28 йәшлек Айһылыу Шаһивәлиева ике йыл яман шеш сиренә ҡаршы көрәшә. Аяҡта барлыҡҡа килгән бәләкәй генә шеш тора-бара ҙур яман шешкә әүерелеп, йәш ҡатын хәҙер аяғына ла баҫа алмай ауыртына.
Ә бит уның биш һәм ете йәшлек кенә улдары бар. Өлкәне мәктәптә уҡый һәм уйынсыҡтар урынына әсәһенә һаулыҡ һорап Ҡыш бабайға хаттар яҙа.
Шаһивәлиевтәр Төркиәлә уларға ярҙам итергә ризалашҡан медицина клиникаһын таба, әммә ундағы табиптар дауаланыу өсөн 10 миллион һумлыҡ түләү һорай. Октябрҙең 22-һендә ғаилә битараф булмаған кешеләрҙән мәрхәмәт көтөп, банкта иҫәп аса.
5 ноябргә туғыҙ миллионға яҡын аҡса йыйыла. Һәм кисә Айһылыу ире менән Төркиәгә осто. Тағы ла миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк, шуға иҫәп әле ябылмай.
Һауа торошона бәйле, тәүҙә самолет рейсын тотҡарлаһалар ҙа, Шаһивәлиевтәр имен-аман Төркиәгә барып етте. Айһылыу әле клиникала, уға күп һанлы тикшереүҙәр тәғәйенләйәсәктәр.
Беҙ яҡташыбыҙға дауаланып, һауығып, тиҙерәк улдары янына ҡайтыуын теләйбеҙ! Миһырбанлы кешеләр "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Группа помощи Шагивалеевой Айсылу" тигән төркөмгә инеп, бөтә мәғлүмәтте белә ала. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 963 140 20 22.
Фото: https://vk.com/shagavaleevaaisylu