Һәр беребеҙ ҡулдағы ҡан баҫымын үлсәгәне бар, әммә аяҡтағы баҫымды үлсәүселәр бик аҙ. Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, флеболог, медицина фәндәре кандидаты, аяҡ-ҡулдарҙың варикоз ауырыуы өлкәһендәге эксперт Максим Абасов быны эшләргә кәңәш итә.
Был үлсәү бәкәл-ҡулбаш индексы тип атала. Уны өй шарттарында эшләүе еңел, ә тонометрҙағы һандар күп нимә тураһында һөйләй ала. Улар табиптарға йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефен, атеросклероз һәм хатта пациенттарҙа гангрена булыуын фаразларға ярҙам итә.
Тикшереүҙе йыш ҡына кардиологтар, ҡан тамырҙары хирургтары, эндокринологтар үткәрә. Айырыуса инфаркт йәки инсульт кисергәндәргә, шәкәр диабеты менән ауырығандарға йәки яҡын туғандарының анамнезында ошо ауырыуҙарға дусар булғандарға аяҡтағы баҫымды үлсәү мөһим.
Тәүҙә тонометр ярҙамында ҡулдағы ҡан баҫымын ғәҙәти ысул менән үлсәү зарур. Һуңынан ятыҡан килеш аяҡтағы баҫымды үлсәгеҙ, тонометр манжетын ашыҡ һөйәгенә, бәкәлгә урағыҙ. Әгәр һеҙ уң ҡулығыҙҙағы баҫымды үлсәһәгеҙ, аяғығыҙ ҙа уң булырға тейеш.
Бынан һуң аяҡ һәм ҡулдағы өҫкө ҡан баҫымы күрһәткестәрен сағыштырырға кәрәк. "Мәҫәлән, ҡулдағы өҫкө баҫым 100 мм.рт.ст., ә аяҡта 120 мм.рт.ст. ти. 120/100-гә бүлеп, 1,2 һанын алабыҙ. Норма тип 0,9-ҙан 1,3-кә тиклемге һан иҫәпләнә. Әгәр күрһәткес 0,9-ҙан түбән булһа, был һеҙҙең ҡан тамырҙары менән проблемаларығыҙ барлығын, ҡан ағымына ҡамасаулаған атеросклеротик төйөрсәләр барлығын күрһәтә», - тип аңлата табип.
Абасов әйтеүенсә, 0,4-тән кәмерәк һан аяҡта ҡан тәьминәте юҡлығын һәм аяҡты ампутациялау ваҡыты еткәнен күрһәтә. Әгәр күрһәткес 1,4-тән юғары булһа, был ҡан тамырҙары проблемалары йәки диабет тураһында һөйләй. Норманан ныҡлы тайпылыштар - белгескә мөрәжәғәт итергә һәм ҡан тамырҙары УЗИ-һын үтергә сәбәп, тип табип.
ИҪКӘРМӘ. Мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Дөрөҫ үткәрелмәгән тестың һөҙөмтәһе дөрөҫ булмауы мөмкин. һәр осраҡта ла тәүҙә табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Автор фотоһы.