Белорет районынан 28 йәшлек Айһылыу Шаһивәлиеваға ярҙам итеү төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, улар халыҡтан аҡса йыйыуҙы туҡтата.
Айһылыу яҙыуынса, Төркиәлә уны һәр яҡлап тикшерәләр һәм 4-се стадия яман шеш сирен раҫлайҙар. Һәм ҡатындың организмында метастаздарҙың әүҙем үҫешеүе сәбәпле, операция яһауҙан баш тарталар. Сирлегә тәүҙә химиотерапия курсы үтеп, әлеге хәлде яйлатырға тәҡдим итәләр.
Шаһивәлиевтәр сит илдә химиотерапия өсөн препараттар һатып ала. Өфөгә ҡайтҡас, Айһылыу дауалау курсы үтмәксе. Ә өс айҙан Төркиәгә барып, йәнә тикшерелергә тура киләсәк. Әгәр химиотерапия ярҙам иткән булһа, операция яһарға мөмкинлек тыуасаҡ, ти ғаилә. Ә бығаса йыйылған аҡсаны шул әмәлиәткә тотонасаҡтар.
Айһылыу яҡшыға өмөтләнә. Ул балалары хаҡына йәшәргә теләй һәм шуға ынтыла. Уға инселәп аҡса күсергән кешеләргә ҙур рәхмәт белдерә.
Һауығып ҡына китә күр, әсә!
Фото: https://vk.com/shagavaleevaaisylu