Һаулыҡ тураһында быуындан-быуынға тапшырылған дауалау ысулдарын әле лә ҡулланабыҙ. Ә улар ысынлап ярҙам итәме һуң - уйлап та ҡарамайбыҙ. Әле борондан беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр шулай эшләгән бит! Хатта бәләкәй саҡта беҙҙе лә шул рәүешле һауыҡтырҙылар.
Ә бына табип-педиатр, медицина фәндәре кандидаты Екатерина Успенская өс киң таралған инанысты кире ҡаға.
1. "Һалҡын тейһә, картуф быуы өҫтөндә тын алырға кәрәк". "Картуф ингаляциялары" тураһындағы был миф совет осоронда популяр була. Әммә хәҙерге медицина тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, бындай процедураларҙың һөҙөмтәһеҙ генә түгел, ә хәүефле лә булыуы мөмкин. Эҫе пар тамаҡ шешеүен көсәйтә һәм өҙлөгөүҙәргә килтерә, бигерәк тә балаларҙа. Уның урынына табиптар белгестәр контроле аҫтында һелтеле ингаляциялар эшләргә тәҡдим итә, был хәүефһеҙерәк һәм файҙалыраҡ.
2. "Әгәр башыңа кеймәһәң, менингит эләктереүең бар". Был мифтың да фәнни нигеҙе юҡ. Менингит өшөүҙән, һалҡын тейҙереүҙән түгел, ә инфекция йоҡтороуҙан барлыҡҡа килә. Шуға ҡарамаҫтан, өшөү иммун системаһын көсһөҙләндерә, был организмда булған бактерияларҙы әүҙемләштереүгә килтерә. Менингитты иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы булып прививка яһатыу тора.
3. "Мантуға һыу тейҙерһәң, туберкулез менән ауырыйһың". Был киң таралған яңылыш фекер Манту һынауын дөрөҫ аңламау менән бәйле. Манту һынауы - вакцина түгел, ә организмда туберкулез инфекцияһы булыуын билдәләү өсөн диагностик тест. Укол урынының һыуланыуы һынау һөҙөмтәһенә йоғонто яһамай. Мантуның төп маҡсаты - артабан тикшереү һәм дауалау өсөн туберкулез инфекцияһы булған кешеләрҙе асыҡлау.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.