Атайым ғүмер буйы тракторсы, комбайнер булып эшләне. Аяғында көҙҙән яҙғаса кирза итек. Тирләп, бармаҡ аралары боҙолоп китә торғайны. Уларға һибә торған порошок кеүек нәмәләр ҙә ҡулланып та ҡараны. Табиптарға күрһәткәс, был – бәшмәк ауырыуының бер төрө, тип аңлатты берәүһе. Бик ҡиммәтле дарыуҙар, маздар яҙҙы. Бөткән кеүек булды ла, йәйге эштәр башланғайны, тағы бармаҡ аралары сейләнә башланы.
Бер мәл шулай күршебеҙҙең табип улы ялға ҡайтҡан мәлдә уға ла әлеге проблемаһын әйткән. Ул иртәле-кисле аяҡты йыуып, ҡоротоп, “Борная кислота” менән эшкәртергә тәҡдим иткән. Бына ошо ябай ҙа, арзан да сара килеште бит.
Әле атайыбыҙ хаҡлы ялда. Элеккесә иртәле-кисле эшкәртмәһә лә, ике көнгә бер тигәндәй, профилактика өсөн тип, аяҡ бармағының араларына мамыҡ диск менән баяғы ҡатнашманы һөртөп ала.
“Бәйләнештә” төркөмөндәге Рәмзиә тигән ҡатындың яҙмаһы.
Иғтибар: халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Фото: apexfoot.com