Сәләмәт булайыҡ
14 Декабрь 2024, 05:00

Был эсемлек эсәктәрҙе таҙарта

Өҫтәүенә артыҡ тән ауырлығынан ҡотолорға ла ярҙам итә. 

Был  эсемлек эсәктәрҙе таҙартаБыл  эсемлек эсәктәрҙе таҙарта
Был эсемлек эсәктәрҙе таҙарта

120 грамм таҙартылған ҡабаҡ орлоғо, ярты балғалаҡ куркума, ярты  аш ҡалағы онталған (порошок хәлендәге) имбирь, өс стакан ҡайнап һыуынған һыу алабыҙ. Ҡабаҡ орлоғо, куркума һәм имбирға һыуҙың бер өлөшөн ҡушабыҙ һәм блендерҙа берҙәм масса барлыҡҡа килгәнсе иҙәбеҙ. Һыуҙың ҡалғанын өҫтәп, болғағас, эсемлек әҙер. Ошо эсемлекте бер аҙна дауамында иртәнсәк бер стакан эсергә.

Ниндәй маҡсатта ҡулланалар? Иң төп тәғәйенләнеше – эсәктәрҙе таҙартыу, унда тупланған шлактарҙан, паразиттарҙан ҡотолоу. Эсемлек ябыҡтырыу көсөнә лә эйә.

Эсемлекте сама менән ҡулланһағыҙ, зыяны, иҫкәрмәләре юҡ. Шулай ҙа халыҡ дауаһы алымдарын ҡулланһағыҙ, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас