Байрам табынына майонез һалынған бер-ике генә салат эшләргә; углеводтарҙан гарнир әҙерләмәҫкә - мәҫәлән, картуф, дөгө; бутербродтар яһамаҫҡа, күп тигәндә - канапе; торт, пирожный һәм кәнфит һатып алмаҫҡа - йыш ҡына эш сәйгә барып етмәй.
Башлыса үҫемлек майы йәки лимон һуты, виноград уксусы, гәрсис һ.б. һалынған салаттар әҙерләгеҙ. Өҫтәлгә күп йәшел тәмләткестәр (кинза, укроп, йәшел һуған, петрушка һ.б.) ҡуйығыҙ. Бутерброд урынына сыр, диңгеҙ ризыҡтары, ит деликатестары (бешкән тел, ит киҫәктәре, тауыҡ рулеты һ.б.), канапе (икмәкһеҙ рецептар эҙләгеҙ, мәҫәлән, моцарелла/помидор/базилик) эшләгеҙ. Икмәкле тәрилкәне өҫтәлгә ҡуймағыҙ. Уны иҫкә төшөрмәһәң, йыш ҡына ҡунаҡтар һорамай ҙа. Өҫтәлдә шул тиклем тәмле ризыҡтар булғанда, ниңә икмәк ашарға?
Төп ризыҡ сифатында төрлө ит, ҡош ите, балыҡ һәм диңгеҙ ризыҡтары тәҡдим ителә. Гарнирҙы йәшелсәнән йәки ҡуҙаҡлыларҙан эшләгеҙ. Калориялы тәм-том урынына сәтләүек, шоколад, емеш-еләк салаты һәм башҡа емештәрҙән десерт яһағыҙ.
Табынға тиклем 25-30 минут ваҡыт ҡалғас, күп итеп һыу эсегеҙ. Беренсе тост алдынан тәрилкәгә майонезһыҙ тәғәм - канапе һәм салат, бик күп йәшел тәмләткестәр һалығыҙ. Артабанғы ике-өс тосты ла шундай уҡ ризыҡтар менән дауам итегеҙ.
Ике-өс тостан һуң тәнәфес эшләргә кәрәк (бейеү, викторина үткәреү, саф һауала йөрөү, өҫтәл йыйыштырыу йәки башҡа хәрәкәт). Артабан ҡайнар ашҡа тотонорға мөмкин. Бында үҙеңде сикләргә кәрәкмәй. Шунан һуң ғына майонез һалынған салаттарҙы тәмләп ҡарағыҙ. Әүҙемлек хаҡында онотмағыҙ - өҫтәл артында ла хәрәкәтһеҙ ултырырға ярамай.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы күҙәтеү: тикшереү үткәргәндән һуң, табында аҡ йәки күк төҫтәге һауыттарҙа бирелгән ризыҡтарға ҡарағанда ҡыҙыл төҫтәге тәрилкәнән тәғәмләнеү аҙыраҡ ашарға ярҙам итеүен асыҡлағандар. Был төҫ аңда «Туҡта!» тигән сигнал уяталыр - Яңы йылға өҫтәл әҙерләгәндә ошоно ла күҙ уңында тоторға мөмкин.
Автор фотоһы.